[go: nahoru, domu]

Эстәлеккә күсергә

Киң мәғлүмәт саралары: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл: 1 юл:
'''Киң мәғлүмәт саралары'''<ref>{{Cite web|accessdate = 2015-10-24|title = Печатные СМИ: Заголовки газет, обзоры прессы|url = http://www.zagolovki.ru/|publisher = www.zagolovki.ru}}</ref> (СМИ, йәғни киң коммуникация саралары, СМК) – техник саралар ярҙамында мәғлүмәте киң ҡатламға таратыу органдары системаһы; киң аудиторияға көндәлек мәғлүмәт йыйыу, эшкәртеү һәм таратыу тәжрибәһен билдәләү сараһы<ref>Средства массовой информации // Большая энциклопедия «Терра» — Большая энциклопедия в 62 томах. Т. 47. — М.: Терра. — 2006. — С. 453. ISBN 5-273-00432-2</ref>.
'''Киң мәғлүмәт саралары'''<ref>{{Cite web|accessdate = 2016-01-11|title = Печатные СМИ: Заголовки газет, обзоры прессы|url = http://www.zagolovki.ru/|publisher = www.zagolovki.ru}}</ref> (СМИ, йәғни киң коммуникация саралары, СМК) – техник саралар ярҙамында мәғлүмәте киң ҡатламға таратыу органдары системаһы; киң аудиторияға көндәлек мәғлүмәт йыйыу, эшкәртеү һәм таратыу тәжрибәһен билдәләү сараһы<ref>Средства массовой информации // Большая энциклопедия «Терра» — Большая энциклопедия в 62 томах. Т. 47. — М.: Терра. — 2006. — С. 453. ISBN 5-273-00432-2</ref>.


Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡи документтарында киң мәғлүмәт сараһы тигәндә ваҡытлы матбуғат баҫмаһы, селтәрҙәге баҫма, телеканал, радиоканалы, телепрограмма, радиопрограмма, видеопрограмма, кинохроника программаһы һәм даими атама аҫтында киң мәғлүмәт таратыуҙың башҡа баҫма формаһы атала<ref>Статья 2 «Закона о СМИ»</ref>.
Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡи документтарында киң мәғлүмәт сараһы тигәндә ваҡытлы матбуғат баҫмаһы, селтәрҙәге баҫма, телеканал, радиоканалы, телепрограмма, радиопрограмма, видеопрограмма, кинохроника программаһы һәм даими атама аҫтында киң мәғлүмәт таратыуҙың башҡа баҫма формаһы атала<ref>Статья 2 «Закона о СМИ»</ref>.

08:07, 11 ғинуар 2016 өлгөһө

Киң мәғлүмәт саралары[1] (СМИ, йәғни киң коммуникация саралары, СМК) – техник саралар ярҙамында мәғлүмәте киң ҡатламға таратыу органдары системаһы; киң аудиторияға көндәлек мәғлүмәт йыйыу, эшкәртеү һәм таратыу тәжрибәһен билдәләү сараһы[2].

Рәсәй Федерацияһының хоҡуҡи документтарында киң мәғлүмәт сараһы тигәндә ваҡытлы матбуғат баҫмаһы, селтәрҙәге баҫма, телеканал, радиоканалы, телепрограмма, радиопрограмма, видеопрограмма, кинохроника программаһы һәм даими атама аҫтында киң мәғлүмәт таратыуҙың башҡа баҫма формаһы атала[3].

Рус телендә киң мәғлүмәт сараһы термины уҙған быуаттың 70-се йылдарында француз теленән килеп инә. Француз теленән иһә ул 60-сы йылдар аҙғында[4] уҡ ҡулланылыштан төшөп ҡала. Шулай итеп, үҙ илендә анахронизмға әйләнгән термин Советтар Союзында КПСС Үҙәк комитетының Пропаганда бүлеге ярҙамы менән яңылыҡ булып китә. Ғәмәлдә “СМИ” термины матбуғат, радио һәм телевидениеның бер йүнәлештә (“өҫтән-аҫҡа”) авторитар йоғонто яһауын аңлата һәм төп йүнәлеше барлыҡ аралашыусыларҙың да бер үк ваҡытта яуап биреү мөмкинлеген күҙаллаған электрон аралашыу саралары үҫешенә туп килмәй. “Массмедиа” термины инглиз теленән ингән калька булып тора һәм киң аралашыу һәм бәйләнеш (коммуникация) саралары (СМК) тигәнде аңлата һәм рус теленә 60-сы йылдарҙа индерелә.

Киң мәғлүмәт саралары — таралып урынлашҡан аудиториялар араһында ошо йәмғиәттең рухи ҡиммәттәрен раҫлау, кешеләрҙең баһалауына, фекерҙәренә һәм тәртибенә идеологик, сәйәси, иҡтисади йәки ойоштороу йоғонтоһо яһау маҡсаттарында мәғлүмәттәрҙе системалы рәүештә таратыу саралары: ваҡытлы матбуғат, электрон гәзит һәм журналдар, радиотапшырыу һәм телевизион тапшырыу, мәғлүмәт агентлыҡтары, кино, тауыш һәм видеояҙма. Киң мәғлүмәт саралары характеры (балалар, йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар,ир-егеттәр) һәм аудиторияны йәлеп итеүе, тематикаһы (ижтимағи-сәйәси, мәғлүмәти, махсус һ.б.), функцияһы, даими ҡабатланыуы, тиражы һ.б. буйынса айырым йөрөтәләр.

Башҡортостанда киң мәғлүмәт саралары

Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларының бөтә төрҙәре лә бар, уларҙың эшмәкәрлектәре Рәсәй Федерацияһының «Киң мәғлүмәт саралары тураһында законы» (1991), Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһының бүтән хоҡуҡи норматив акттары тарафынан көйләнә. Киң мәғлүмәт саралары системаһында ойоштороу функциялары менән Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ (Роспечать), Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы шөғөлләнә. Киң мәғлүмәт саралары эшмәкәрлеге республиканың мөһим ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни ваҡиғаларҙы, иҡтисади һәм социаль үҫеште мәғлүмәт аша яҡтыртыуға йүнәлтелгән. Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы, Башҡортостандың Телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһы (2005 йылдан алып эшләй). Башҡортостан Республикаһының киң мәғлүмәт саралары башҡорт, урыҫ һәм Башҡортостан халыҡтарының башҡа телдәрендә лә донъя күрә.

Иҫкәрмәләр

  1. Печатные СМИ: Заголовки газет, обзоры прессы. www.zagolovki.ru. Дата обращения: 11 ғинуар 2016.
  2. Средства массовой информации // Большая энциклопедия «Терра» — Большая энциклопедия в 62 томах. Т. 47. — М.: Терра. — 2006. — С. 453. ISBN 5-273-00432-2
  3. Статья 2 «Закона о СМИ»

Әҙәбиәт

  • А. Черных. Усталость сострадать // Мир современных медиа. — М.: Территория будущего, 2007. — С. 180—194.
  • Данилова А. А. Манипулирование словом в средствах массовой информации. — М.: Добросвет, КДУ, 2009. — 234 с. — 1000 экз. — ISBN 9785982276131.
  • Терин В.П. Массовая коммуникация (исследование опыта Запада). М.: Институт социологии РАН, 1999.

Һылтанмалар