Сент-Хеленс
Сент-Хеленс | |
---|---|
ингл. Mount St. Helens | |
Ил | |
Тау системаһы | Кордильер |
Арҡа йәки массив | Каскад тауҙары |
Вулкан формаһы | Стратовулкан |
Һуңғы атылыу | 2008 йыл |
Түбәһе бейеклеге | 2549 м [1] |
Түбәһенә беренсе менеү | 1841 йыл[2] |
Сент-Хеленс — әүҙем стратовулкан, АҠШ-тың Вашингтон штатында Скамания округында, Сиэтл ҡалаһынан көньяҡҡа табан 154 километр алыҫлыҡта һәм Портленд (Орегон) ҡалаһынан төньяҡҡа табан 85 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. XVIII быуатта был районда топографик эштәр алып барған тикшеренеүсе Джордж Ванкуверҙың дуҫы Британия дипломаты лорд Сент-Хеленс хөрмәтенә аталған. Каскад тауҙарында урынлашҡан һәм 160 әүҙем вулканды үҙ эсенә алған «Тымыҡ океан ут ҡулсаһы» вулкандарының береһе булып тора.
Вулкан 1980 йылдың 18 майында һәләкәтле атылыуы менән билдәле[3], был ваҡытта 57 кеше һәләк булған. Ҡорбандарҙың сағыштырмаса күп булыуы вулкандың һирәк осраған «йүнәлтелгән шартлау» тибы булыуы менән бәйле. Вулкандың атылыуы һәм көл болотоноң таралыуы фотограф Роберт Ландсбург тарафынан төшөрөлгән, ул был вулкан атылыуында һәләк булған, әммә пленканы һаҡлап ҡалған. Атылыу һөҙөмтәһендә вулкандың бейеклеге 400 метрға кәмей.
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1982 йылда АҠШ композиторы Алан Хованесс «Сент-Хеленс тауы» симфонияһы (Симфония № 50, Op. 360), уның өсөнсө өлөшө ошо вулкандың атылыуына арналған. 1980 йылдың 18 майындағы ваҡиғалар нигеҙендә 1981 йылда «Сент-Хеленс» нәфис фильмы төшөрөлгән.
- Сент-Хеленс вулканы, уға күтәрелеү, уның атылыуы һәм атылғандан һуң булдырылған ҡурсаулыҡ тураһында Гари Снайдерҙың «Түбәләрҙәге хәүеф» китабында (2004) проза-поэтик циклда бәйән ителә.
- Ларс Фон Триерҙың күҙәтә «Джек төҙөгән йорт» фильмының төп геройы 1980 йылдың 18 майында вулкан атылыуын үҙенең участкаһынан күҙәтә.
- Вулканда «Данте пигы» фильмының натурҙа төшөрөүҙәр бара, унда Сент-Хеленс "Данте" исемле уйлап сығарылған вулканды һүрәтләй. 1980 йылдағы вулкан атылыуы фильмда бер нисә тапҡыр телгә алына.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ St. Helens (инг.) на сайте Global Volcanism Program Смитсоновского института
- ↑ Добровидов В. Историческая гора - Св. Елена / Юбилейный сборник 1741-1941. Под ред. М. Д. Седых. - Рус. ист. о-во в Америке, 1941.
- ↑ Mount St. Helens National Volcanic Monument . USDA Forest Service. Дата обращения: 23 ноябрь 2007. Архивировано 2 март 2012 года. (accessed 26 November 2006)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- List of victims . Архивировано из оригинала 27 май 2007 года.
- List of victims with biographical details(недоступная ссылка) (инг.)
- USGS: Mount St. Helens 1980 Debris Avalanche Deposit 2013 йыл 29 ғинуар архивланған. (инг.)
- USGS: Before, During, and After May 18, 1980 2013 йыл 29 ғинуар архивланған. (инг.)