СССР Олимпия уйындарында
СССР спортсылары 1952 йылдан 1988 йылға тиклемге Олимпия уйындарында ҡатнаша. Спортсылар яулаған миҙалдар һаны буйынса СССР иң алдынғы илдәрҙең береһе була.
СССР Олимпия уйындарында | |
Байраҡ | |
Спорт төрө | олимпия спорт төрө[d] |
---|---|
Ҡатнашыусы | Олимпия уйындары |
Дәүләт | СССР |
СССР Олимпия уйындарында Викимилектә |
Тарих
үҙгәртергәДонъяның сәйәси картаһында 1922 йылда барлыҡҡа килгән СССР, совет спортсыларының төрлө ярыштарҙа ҙур уңыштарға өлгәшеүенә ҡарамаҫтан, оҙаҡ ваҡыт донъя олимпия хәрәкәтендә ҡатнашмай. 1920 йылда Всеобуч тәүге делегацияны Антверпендағы Олимпия уйынларына ебәрергә ынтылып ҡарай, әммә ниәт ғәмәлгә ашмай. Халыҡ-ара олимпия комитеты 1933 йылға тиклем революциянан һуң Рәсәйҙән эмиграциялаған кенәз Лев Урусовты Рәсәй вәкиле итеп һанай.
1939—1945 йылдарҙағы Икенсе донъя һуғышынан һуң СССР донъя спорт хәрәкәтенә әүҙем ҡушыла. Совет спортсылары донъя һәм Европа чемпионаттарында уңышлы сығыш яһай. Хәҙер инде Халыҡ-ара олимпия комитеты алдынғы спорт державаһын күрмәмешкә һалыша алмай. 1951 йылдың 23 апрелендә СССР-ҙың Олимпия комитеты ойошторола. 1951 йылдың 7 майында Венала МОК-тың 46-сы сессияһында Советтар Союзы Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзалығына алына. СССР Олимпия комитеты рәйесе Константин Андрианов МОК ағзаһы итеп һайлана[1].
СССР-ҙа бер Олимпия уйындары үтә — 1980 йылда Мәскәүҙә XXII Йәйге Олимпиада була. Уға тиклем 1976 йылғы Олимпиаданы үткәреүгә бирелгән ғариза ҡәнәғәтләндерелмәй ҡала. Олимпиада-1980 ярыштарының ҡайһы берҙәре Ленинградта, Киевта, Минскиҙа, Таллинда, Мытищиҙа үткәрелә.
СССР-ҙан МОК ағзалары
үҙгәртергәАғза | Ғүмере | МОК-тағы йылдары | Вазифаһы |
---|---|---|---|
Константин Андрианов |
1910—1988 | 1951—1988 | МОК башҡарма комитеты ағзаһы (1962—1974), МОК вице-президенты (1966—1970) |
Алексей Романов |
1904—1979 | 1952—1971 | |
Виталий Смирнов |
1935 йылғы | 1971— | МОК башҡарма комитеты ағзаһы (1974—1982), МОК вице-президенты (1978—1984 һәм 1986—1990) |
Марат Грамов |
1927—1998 | 1988—1992 |
Уйындарҙа ҡатнашыу
үҙгәртергә1952 йылда СССР беренсе тапҡыр Хельсинкиҙа үткән Олимпия уйындарында ҡатнаша. 295 спортсынан торған СССР командаһы программаның бөтә төрҙәрендә лә сығыш яһай (үләндәге хоккейҙан башҡа) һәм шунда уҡ Уйындарҙың дөйөм иҫәбендә 2-се урынды ала (МОК ҡабул иткән система һәм НКЗ системаһы буйынса). Диск ташлаусы Нина Пономарёва-Ромашкова 1952 йылдың 20 июлендә йәйге Олимпия уйындарының беренсе чемпионкаһы була (51.42 метр күрһәткес менән Олимпия рекорды ҡуя).
1956 йылда СССР беренсе тапҡыр ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнаша. Кортина-д’Ампеццола булған был Олимпиадала СССР Уйындарҙың дөйөм иҫәбендә 1-се урынды яулай. 1956 йылдың 28 ғинуарында 10 километрға саңғыла уҙышта Любовь Козырева-Баранова ҡышҡы Олимпия уйындарының беренсе чемпионкаһы була.
1988 йылда совет делегацияһы тәүге тапҡыр Сеулдағы Паралимпия уйындарында ҡатнаша. Паралимпиада дебютанттары дөйөм иҫәптә ун икенсе урынды ала[2].
Милли олимпия комитеты эшләгән 41 йыл эсендә СССР 18 ҡышҡы һәм йәйге Олимпиадала ҡатнаша һәм, бөтәһендә лә дөйөм иҫәптә алдынғы урындарҙа булып, бер ҡасан да икенсе урындан түбән төшмәй. СССР спортсылары түбәндәге спорт төрҙәрендә төп уйынсы була:
- йәйге уйындарҙа: еңел атлетика, ауыр атлетика, ирекле көрәш, классик көрәш, спорт гимнастикаһы, фехтование, байдарка һәм каноэла ишеү, пуля менән атыу, гандбол, волейбол.
- ҡышҡы уйындарҙа: саңғы уҙыштары, конькиҙа тиҙлекле йүгереү, фигуралы шыуыу, биатлон, шайбалы хоккей.
Бойкот
үҙгәртергә1980 йылда СССР Мәскәүҙә йәйге Олимпия уйындарын ҡабул итә. Ләкин был уйындарға ҡарата алдынғы көнбайыш илдәренең байтағы, шул иҫәптән АҠШ, ГФР һәм Япония бойкот иғлан итә. Шулай итеп, был илдәрҙең спортсылары Мәскәүҙәге Олимпиадала ҡатнаша алмай. СССР командаһы, үҙенең тарихында иң күп һанлы алтын миҙалдар яулап (80 алтын миҙал), дөйөм миҙалдар иҫәбендә беренсе урынды яулай.
1984 йылда совет спортсылары Лос-Анджелестағы Уйындарҙа ҡатнаша алмай, сөнки социалистик лагерь илдәре үҙ сиратында был Уйындарғы бойкот иғлан итә. Социалистик блок илдәренең спортсылары өсөн «Дуҫлыҡ-84» ярыштары ойошторола.
СССР-ҙың тарҡалыуы
үҙгәртергә1991 йылдың декабрендә СССР тарҡалғандан һуң, 1992 йылдың 12 мартында СССР-ҙың Олимпия комитеты бөтөрөлә. 1992 йылда элекке СССР спортсылары Барселонала 1992 йылғы йәйге Олимпиадала һәм Альбервилдә 1992 йылғы ҡышҡы Олимпиадала ҡатнаша. БДБ илдәренең берләшкән командаһы олимпия флагы аҫтында сығыш яһай.
СССР-ҙың спорт тарихында 3 һәм унан күберәк олимпия алтын наградаһын яулаған спортсыларҙың тулы исемлеге
үҙгәртергәБыл исемлеккә СССР ваҡытында кәм тигәндә 3 алтын миҙал яулаусылар ғына индерелгән. Олимпия сығыштарын 1991 йылға тиклем СССР ваҡытында башлаған һәм һуңынан башҡа ил флагтары аҫтында алтын яулаған спортсылар ҙа бар. 44 спортсының 31-е — йәйге, 13-ө ҡышҡы спорт төрҙәрендә сығыш яһаған. Бөтәһенә ҡарағанда ла гимнастар күп — 13 кеше.
№ | Спортсы | Спорт төрө | Олимпиадалар | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
---|---|---|---|---|---|---|---|
1 | Лариса Латынина | Спорт гимнастикаһы | 1956—1964 | 9 | 5 | 4 | 18 |
2 | Николай Андрианов | Спорт гимнастикаһы | 1972—1980 | 7 | 5 | 3 | 15 |
3 | Борис Шахлин | Спорт гимнастикаһы | 1956—1964 | 7 | 4 | 2 | 13 |
4 | Виктор Чукарин |
Спорт гимнастикаһы | 1952—1956 | 7 | 3 | 1 | 11 |
5 | Лидия Скобликова | Конькиҙа йүгереү спортсы | 1960—1964 | 6 | 0 | 0 | 6 |
6 | Полина Астахова |
Спорт гимнастикаһы | 1956—1964 | 5 | 2 | 3 | 10 |
7 | Нелли Ким |
Спорт гимнастикаһы | 1976—1980 | 5 | 1 | 0 | 6 |
8 | Раиса Сметанина |
Саңғы уҙыштары | 1976—1992 | 4 | 5 | 1 | 10 |
9 | Людмила Турищева | Спорт гимнастикаһы | 1968—1976 | 4 | 3 | 2 | 9 |
10 | Галина Кулакова |
Саңғы уҙыштары | 1972—1980 | 4 | 2 | 2 | 8 |
11 | Ольга Корбут | Спорт гимнастикаһы | 1972—1976 | 4 | 2 | 0 | 6 |
12= | Елена Новикова-Белова |
Фехтование | 1968—1976 | 4 | 1 | 1 | 6 |
12= | Виктор Сидяк |
Фехтование | 1968—1980 | 4 | 1 | 1 | 6 |
14= | Владимир Артёмов |
Спорт гимнастикаһы | 1988 | 4 | 1 | 0 | 5 |
14= | Евгений Гришин |
Конькиҙа йүгереү спорты | 1956—1964 | 4 | 1 | 0 | 5 |
14= | Валентин Моратов |
Спорт гимнастикаһы | 1952—1956 | 4 | 1 | 0 | 5 |
14= | Александр Тихонов |
Биатлон | 1968—1980 | 4 | 1 | 0 | 5 |
14= | Николай Зимятов |
Саңғы уҙыштары | 1980—1984 | 4 | 1 | 0 | 5 |
19= | Виктор Кровопусков |
Фехтование | 1976—1980 | 4 | 0 | 0 | 4 |
19= | Владимир Сальников |
Йөҙөү | 1980—1988 | 4 | 0 | 0 | 4 |
21 | Александр Дитятин |
Спорт гимнастикаһы | 1976—1980 | 3 | 6 | 1 | 10 |
22 | Владимир Назлымов |
Фехтование | 1968—1980 | 3 | 2 | 1 | 6 |
23 | Галина Горохова |
Фехтование | 1960—1972 | 3 | 1 | 1 | 5 |
24= | Альберт Азарян |
Спорт гимнастикаһы | 1956—1960 | 3 | 1 | 0 | 4 |
24= | Валентин Манкин |
Елкән спорты | 1968—1980 | 3 | 1 | 0 | 4 |
24= | Тамара Пресс | Еңел атлетика | 1960—1964 | 3 | 1 | 0 | 4 |
24= | Виктор Санеев |
Еңел атлетика | 1968—1980 | 3 | 1 | 0 | 4 |
24= | Владислав Третьяк | Шайбалы хоккей | 1972—1984 | 3 | 1 | 0 | 4 |
29= | Дмитрий Билозерчев |
Спорт гимнастикаһы | 1988 | 3 | 0 | 1 | 4 |
29= | Людмила Хведосюк-Пинаева |
Байдаркала һәм каноэла ишеү | 1964—1972 | 3 | 0 | 1 | 4 |
31= | Клавдия Боярских |
Саңғы уҙыштары | 1964 | 3 | 0 | 0 | 3 |
31= | Виталий Давыдов |
Шайбалы хоккей | 1964—1972 | 3 | 0 | 0 | 3 |
31= | Анатолий Фирсов |
Шайбалы хоккей | 1964—1972 | 3 | 0 | 0 | 3 |
31= | Виктор Жданович | Фехтование | 1960—1964 | 3 | 0 | 0 | 3 |
31= | Александра Забелина |
Фехтование | 1960—1972 | 3 | 0 | 0 | 3 |
31= | Вячеслав Иванов |
Академик ишеү | 1956—1964 | 3 | 0 | 0 | 3 |
31= | Татьяна Казанкина |
Еңел атлетика | 1976—1980 | 3 | 0 | 0 | 3 |
31= | Виктор Кузькин |
Шайбалы хоккей | 1964—1972 | 3 | 0 | 0 | 3 |
31= | Александр Медведь |
Ирекле көрәш | 1964—1972 | 3 | 0 | 0 | 3 |
31= | Владимир Морозов |
Байдаркала һәм каноэла ишеү | 1964—1972 | 3 | 0 | 0 | 3 |
31= | Владимир Парфенович |
Байдаркала һәм каноэла ишеү | 1980 | 3 | 0 | 0 | 3 |
31= | Александр Рагулин |
Шайбалы хоккей | 1964—1972 | 3 | 0 | 0 | 3 |
31= | Ирина Роднина |
Фигуралы шыуыу | 1972—1980 | 3 | 0 | 0 | 3 |
31= | Сергей Чухрай |
Байдаркала һәм каноэла ишеү | 1976—1980 | 3 | 0 | 0 | 3 |
Иҫәпләү системаһы
үҙгәртергәСССР-ҙа команда алған урынды иҫәпләү өсөн Рәсми булмаған Команда Зачёты (Неофициальный Командный Зачет, НКЗ) тигән урын иҫәпләү систмаһы ҡабул ителгән була. Уға ярашлы, спортсы яулаған 1-сенән 6-сыға тиклем урындар өсөн билдәле һанда мәрәй яҙыла. 1-се урынға — 7 мәрәй, 2-се — 5, 3-сө — 4, 4-се — 3, 5-се — 2, 6-сы урынға — 1 мәрәй. Был система башҡа ҡайһы бер илдәрҙә лә ҡабул ителә[3]. Команданың урынын билдәләү буйынса дөйөм ҡабул ителгән система иһә тик миҙалдарҙы ғына иҫәпләй[4].
Һөҙөмтәләр
үҙгәртергәСССР спортсылары Олимпия уйындарының бөтә тарихында миҙалдар һаны буйынса, АҠШ-тан ҡына ҡалышып, икенсе урынды биләй (ҡатнашҡан уйындар һаны АҠШ-тыҡынан күпкә кәм булһа ла) — бөтәһе 1204, шул иҫәптән 473 алтын. Шул уҡ ваҡытта СССР алтын, көмөш һәм бронза наградалар һаны буйынса бөтә йәйге һәм ҡышҡы Уйындар йомғаҡтары буйынса ла, айырым-айырым йәйге Уйындар һәм ҡышҡы Уйындар йомғаҡтары буйынса ла икенсе урында була (СССР тарҡалғандан һуң Норвегия ҡышҡы күрһәткес буйынса СССР-ҙы үтә).
Йәйге уйындарҙағы сығыштар
үҙгәртергәУйындар | Ҡатнашыусылар | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе | Урын |
---|---|---|---|---|---|---|
1952 Хельсинки | 295 | 22 | 30 | 19 | 71 | 2 |
1956 Мельбурн | 283 | 37 | 29 | 32 | 98 | 1 |
1960 Рим | 284 | 43 | 29 | 31 | 103 | 1 |
1964 Токио | 319 | 30 | 31 | 35 | 96 | 2 |
1968 Мехико | 313 | 29 | 32 | 30 | 91 | 2 |
1972 Мюнхен | 373 | 50 | 27 | 22 | 99 | 1 |
1976 Монреаль | 410 | 49 | 41 | 35 | 125 | 1 |
1980 Мәскәү | 489 | 80 | 69 | 46 | 195 | 1 |
1984 Лос-Анджелес | ҡатнашмайҙар | |||||
1988 Сеул | 481 | 55 | 31 | 46 | 132 | 1 |
Бөтәһе | 395 | 319 | 296 | 1010 | 2 |
| style=" " |
Ҡышҡы уйындарҙағы сығыштар
үҙгәртергәУйындар | Ҡатнашыусылар | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе | Урын |
---|---|---|---|---|---|---|
1952 Осло | ҡатнашмайҙар | |||||
1956 Кортина Д’Ампеццо | 55 | 7 | 3 | 6 | 16 | 1 |
1960 Скво-Велли | 62 | 7 | 5 | 9 | 21 | 1 |
1964 Инсбрук | 69 | 11 | 8 | 6 | 25 | 1 |
1968 Гренобль | 74 | 5 | 5 | 3 | 13 | 2 |
1972 Саппоро | 78 | 8 | 5 | 3 | 16 | 1 |
1976 Инсбрук | 79 | 13 | 6 | 8 | 27 | 1 |
1980 Лейк-Плэсид | 86 | 10 | 6 | 6 | 22 | 1 |
1984 Сараево | 99 | 6 | 10 | 9 | 25 | 2 |
1988 Калгари | 101 | 11 | 9 | 9 | 29 | 1 |
Бөтәһе | 78 | 57 | 59 | 194 | 4 |
|}
Йәйге Олимпия уйындарындағы миҙалдарүҙгәртергәБыл спорт төрөндә төп уйынсылар
|
Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы миҙалдарүҙгәртергә
|
Байраҡ йөрөтөүселәр[5]
үҙгәртергәОУ йылы | Исеме, фамилияһы | Спорт төрө | Сығышы |
---|---|---|---|
1952, Хельсинки |
Яков Куценко |
ауыр атлетика | сығыш яһамай |
1956, Мельбурн |
Алексей Медведев |
ауыр атлетика | сығыш яһамай |
1960, Рим |
Юрий Власов |
ауыр атлетика | алтын |
1964, Токио |
Леонид Жаботинский |
ауыр атлетика | алтын |
1968, Мехико | Мехико
Леонид Жаботинский |
ауыр атлетика | алтын |
1972, Мюнхен |
Александр Медведь |
ирекле көрәш | алтын |
1976, Монреаль |
Николай Балбошин |
грек-рим көрәше | алтын |
1980, Москва |
Николай Балбошин |
грек-рим көрәше | сығыш яһамай |
1988, Сеул |
Александр Карелин |
грек-рим көрәше | алтын |
1992, Барселона |
Александр Карелин |
грек-рим көрәше | алтын |
ОУ йылы | Исеме, фамилияһы | Спорт төрө | Сығышы |
---|---|---|---|
1956, Кортина Д’Ампеццо |
Олег Гончаренко |
конькиҙа йүгереү спорты | 2 бронза |
1960, Скво-Вэлли |
Николай Сологубов |
хоккей | бронза |
1964, Инсбрук |
Евгений Гришин |
конькиҙа йүгереү спорты | көмөш |
1968, Гренобль |
Виктор Мәмәтов |
биатлон | алтын |
1972, Саппоро |
Вячеслав Веденин |
саңғы спорты | 2 алтын |
1976, Инсбрук |
Владислав Третьяк | хоккей | алтын |
1980, Лейк-Плэсид |
Александр Тихонов |
биатлон | алтын |
1984, Сараево |
Владислав Третьяк | хоккей | алтын |
1988, Калгари |
Андрей Букин |
фигуралы шыуыу | алтын |
1992, Альбервилль |
Валерий Медведцев |
биатлон | алтын |
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Из истории. 2009 йыл 21 март архивланған. Олимпийский комитет России (ОКР) 2009 йыл 21 март архивланған.
- Б. Н. Хавин. Всё об олимпийских играх. — 2-е изд. — М.: «Физкультура и спорт», 1979.Ҡалып:Книга:Хавин Б.Н.: Всё об олимпийских играх
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Россия в олимпийской истории 2008 йыл 2 сентябрь архивланған. URL at 8/28/2008
- ↑ История параолимпийского спорта в России
- ↑ Олимпийские игры история URL at 8/28/2008
- ↑ № 1 (31) 17 января 2008 2016 йыл 18 ноябрь архивланған. URL at 8/28/2008
- ↑ П. Зарудный, И. Зубко, И. Соболев, М. Харламов Ванкувер зажигает // «Российская газета» : Неделя №5108 (29) от 11 февраля 2010 г.. — Пермь, 2010. — С. 29.