[go: nahoru, domu]

Эстәлеккә күсергә

Ат тояҡтары, ҡойроғо, ҡолаҡтары, күҙе (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан

Ат тояҡтары

  1. Дүрт бабай,
    Дүртеһенең дә
    Һаҡалы артҡа ҡарай.
  2. Бәләкәй генә сеүәтә
    Хандан хәбәр йөрөтә.

Ат тояғы, ҡойроғо, ҡолаҡтары, ике күҙе

  1. Дөбөр-дөбөр дүртәү,
    Һәпән ағай яңғыҙ;
    Көлкәс ағай икәү,
    Төймә һабағы икәү.

Аттың тояғы, ҡолағы, ҡойроғо

  1. Дөбөрәт ағай дүртәү,
    Килекәй ағай икәү,
    Яппар ағай япа-яңғыҙ.

Аттың тояғы, даға ҡаҙаҡтары, ҡойроғо

  1. Табыр-төбөр дүртәү,
    Төймә ҡаҙаҡ бишәү,
    Ағай-энеһе алтау,
    Һәбләй эте яңғыҙ.

Ат ҡойроғо

  1. Һыуға төшһә — мең,
    Һыуҙан сыҡһа — бер.