[go: nahoru, domu]

Эстәлеккә күсергә

Һайыҫҡан (йомаҡтар)

Викидәреслек проектынан
  1. Ала ат еккән, тыранса тейәгән.
  2. Урмандан сығар, түше сыбар, башы кәлтә, ҡойроғо баҫтырыҡ.
  3. Арбамдың баҫрауы оҙон.
  4. Баҫтырығы оҙон, көлтәһе ҡыҫҡа.
  5. Бәләкәй генә берәү, артында оҙон терәү.
  6. Ағы аҡтай, ҡараһы ҡаҙҙай, мороно моҙҙай, күҙе тоҙҙай, йүгергәне ҡыҙҙай.
  7. Аҡ ере ҡар кеүек, йәшел ере һуған кеүек, йөрөшө мулла кеүек, тауышы шайтан кеүек.
  8. Тауға менһә — тыҡ-тыҡ, тауҙан төшһә — тыҡ-тыҡ. Ике итәге буяулы, йәнгенәһе аяулы.
  9. Өйгә керһәм — шыҡ-шыҡ, тышҡа сыҡһам — шыҡ-шыҡ, ай-һай, үҙәкәй, ҡойроҡ осо биҙәкәй.
  10. Шыҡ-шыҡ шыҡылдыҡ, шыҡая-шыҡая ултырҙыҡ, шыҡмаға донъя тултырҙыҡ.
  11. Аҡ йөнө кершән кеүек,
    Йәшел йөнө һуған кеүек,
    Ҡара йөнө һөрмә кеүек,
    Ултырғаны мулла кеүек,
    Һыҙғырғаны шайтан кеүек.
  12. Ялт-йолт ялтланған, ялтыр ҡылыс бәйләнгән.
  13. Ала тинле күлдәкле, Сәүрә тинле ситекле.
  14. Ала сапан кейенгән, мал һуйғанға һөйөнгән, шунда төшөп йүгергән.
  15. Ала тунлы тере ҡупай.
  16. Ҡаҙандан ҡара, ҡарҙан аҡ, ураҡтан кәкре, уҡтан төҙ.
  17. Ағы аҡтай, ҡараһы ҡоромдай, мороно моҙҙай, күҙе тоҙҙай, йөрөй ендәй.
  18. Ағы аҡ, ҡар кеүек, ҡараһы ҡара, ҡором кеүек, ултырыуы мулла кеүек, ҡысҡырыуы шайтан кеүек.
  19. Ап-аҡ, һөт кеүек, ҡап-ҡара, белис кеүек, ултырһа, мулла кеүек, ҡыланһа, шайтан кеүек.
  20. Ағы һөт кеүек, ҡараһы болот кеүек, ултырғанда мулла кеүек, йөрөгәндә шайтан кеүек.
  21. Ҡайсы кеүек, ҡайсы кеүек, ҡайсы йәшел, ситса кеүек, ултырһа, мулла кеүек, атлаһа, юрға кеүек.
  22. Кәлт-кәлт итәлер Кәлмәсәүер итеге. Янда йәшел яулығы, Килмешәктә аҙығы.
  23. Ап-аҡ эйәрле, йәшел сатма яулыҡлы; ҡатындар эсәк йыуғанда, беҙ ҙә унда булайыҡ,тал төбөнә боҫайыҡ.
  24. Ап-аҡ эйәрле, йәшел сатма яулыҡлы; ҡыҙҙар сәсен йыуғанда, мин дә унда булайым, тал төбөнә боҫайым, ҡойроғомдо ҡыҫайым.
  25. Башы йәшел яулыҡлы, сатма көмөш эйәрле; ҡатындар эсәк йыуғанда, беҙ ҙә унда булайыҡ, тал төбөнә боҫайыҡ, ҡойроғобоҙ ҡыҫайыҡ.
  26. Көлтәһе ҡыҫҡа, йөгө юҡ, баҫрауы оҙон, йүне юҡ.
  27. Ҡойроғон алһа — башы йәбешә, башын алһа — ҡойроғо йәбешә.
  28. Һауытынан һабы оҙон, үҙе йәнле.
  29. Һауытынан һабы оҙон, ҡалғанан йыраҡ ҡуйҙым.
  30. Кәлтә ҡойроҡ, кәлтә ҡойроҡ, сәпсектәргә бирә бой(о)роҡ.
  31. Келәтенән типкеһе оҙон.
  32. Бәләкәй генә келәткә оҙон терәү терәткән.
  33. Үҙенән ҡойроғо оҙон.
  34. Өй башында һаплы сүмес.