[go: nahoru, domu]

Эстәлеккә күсергә

Зотов Виктор Никифорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
21:02, 27 март 2015 өлгөһө; Ишбаев (фекер алышыу | өлөш) ("{{Персона |имя = Виктор Никифор улы<br />Зотов |изображение = Зотов…" исемле яңы бит булдырылған)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Виктор Никифор улы
Зотов
Файл:Зотов Виктор Никифор улы.png
Тыуған көнө

25 май 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡортостан Баҡалы районы Баҡалы ауылы

Вафат булған көнө

1996({{padleft:1996|4|0}})

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

Педагог

Зотов Виктор Никифор улы (1925—1996) — Дан ордендарының тулы кавалеры, һәләтле педагог, Башкортостан Республикаһының атҡаҙанған укытыусыһы.

Тормошо

Виктор Никифорович Зотов 1925 йылдың 25 майында район үҙәге Баҡалы ауылында тыуып үҫә. Бөйөк Ватан һуғышы башланған 1941 йылда ул үҙ ауылы мәктәбенең VII синыфын тамамлап, фронтҡа киткән ир-егеттәрҙе колхоз эшендә алмаштыра. 1942 йылдың 10 декабрендә ун ете йәше менән барған егет үҙе теләп фронтҡа китә. Дала, 1-се, 2-се, 3-сө Украина фронттарында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы аяҡтарын ныҡ терәп һуғыша. Пулемет расчеты командиры һәм уның һуғышсылары Ингулец, Буг, Днепр, Висла йылғаларын сыҡҡанда пехотаға әүҙем ярҙамлаша. Яугир һуғыш тарихында киң билдәле Сандомир плацдармында гитлерсыларҙы йән асыуы менән туҡмай һәм дөмөктөрә, Европаның күп илдәрен һуғышып үтә, Одер, Нейсе, Шпрее, Эльба йылғаларын дошманға ҡаршы алышып кисә, Бөйөк Еңеүҙе Влтавала ҡаршылай, һуғыш шарттарында шулай килеп сыға: батыр яугир Дан ордендары менән өс кенә түгел, ә дүрт мәртәбә бүләкләнә: уның III дәрәжәлеһе — икәү, II һәм I дәрәжәлеләре - берәр. Ҡаһармандың йәнә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, биш хәрби миҙалы ла бар.

һуғыштан һуң, 1945 йылдың сентябрендә, гвардия өлкән сержанты В.Н.Зотов Мәскәүҙә хәрби-сәйәси училищеға уҡырға инә. Уны бөтөрөп сыҡҡас, рота командирының сәйәси эш буйынса урынбаҫары булып хеҙмәт итә.

1956 йылда Виктор Никифорович Баҡалыға ҡайтып, Октябрьский ҡала халыҡ мәғарифы мөдиренең саҡырыуы буйынса, 8-се урта мәктәп директоры булып урынлаша. Бында ул оҫтахана төҙөүгә, тәжрибә баҡсаһы булдырыуға һәм башҡа файҙалы эштәр ойоштороуға ҙур иғтибар бирә. 8-се урта мәктәптең уҡытыусылар коллективын алдынғылар сафына сығарғас, тәжрибәле педагог һәм етәксе В.Н.Зотов 6-сы урта мәктәп эшен яйға һалыу өсөн директор итеп күсерелә. Был мәктәп тә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уҡытыу-тәрбиә эшендә матур уңыштарға ирешә. Шунан ҡала халыҡ мәғарифы бүлеге Виктор Никифоровичты йәнә бер мәктәпкә директор итеп ҡуйырға уйлай, ләкин шул саҡта яугир педагогтың яҙмышына республика Халыҡ мәғарифы министрлығы килеп ҡушыла. Тәжри-бәле һәм һәләтле педагог Өфө эргәһендәге Некрасовка ауылы һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. Яңы директор көн тип тормой, төн тип тормай, ал-ял белмәйенсә эшләй, мәктәптең уҡытыутәрбиә эшенә яңы һулыш бирә.

1980 — 1986 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 43-сө һәм 46-сы урта мәктәптәре директоры булып эшләгәндә Виктор Никифорович Зотовтың педагогик таланты, ойоштороусы һәм етәксе оҫталығы айырыуса асыҡ күренә. Ул уҡытыусылар коллективының тынғыһыҙ етәксеһе, уны ижади эштәргә рухландырыусы, файҙалы эштәргә башланғыс биреүсе булып таныла. Директорҙың талапсанлығы һөҙөмтәһендә, уҡытыусылар үҙ эшенең оҫталары, һәләтле педагогтар булып өлгөрә, алдынғылар сафына баҫа. Улар төрлө йыйындарҙа үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлаша.

Район Халыҡ мәғарифы бүлеге һәм Мәғариф министрлығының инспектор тикшеренеүҙәре Виктор Никифорович Зотов етәкселек иткән мәктәптәрҙең уҡытыу-тәрбиә эштәре юғары кимәлдә ойошторолоуын күрһәтә. Директорҙың эше башҡа мәктәп етәкселәренә өлгө итеп ҡуйыла, өйрәнергә тәҡдим ителә.

Уҡытыу-тәрбиә эшендә һәм мәктәп коллективтарына етәкселек итеүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн Виктор Никифорович Зотов 1976 йылда Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, 1982 йылда Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.

Һәр яңы мәктәптә директор В.Н.Зотов балаларҙы халҡыбыҙҙың данлы һуғышсан традицияларында хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүгә, уларҙы хеҙмәткә, үҙ аллы тормошҡа һәм һәнәр алыуға әҙерләүгә һәр ваҡыт ҙур иғтибар бирә, уҡытыусыларҙан да тәрбиә эшен йәнләндереүҙе талап итә. Директорҙың һәм юғары белемле тарих уҡытыусыһының уҡыусылары мәктәптең йәмәғәт эштәрендә, төрлө түңәрәктәрҙә һәм секцияларҙа, олимпиада һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулай, синыфташтарын һәм башҡа синыф уҡыусыларын уңыштары менән ҡыуандыра.

Дан ордендарының тулы кавалеры. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм хәрби миҙалдар эйәһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, миҙалдар һәм Маҡтау грамоталары алған педагог Виктор Никифорович Зотов йәштәргә өлгө булырлыҡ тормош юлы үтте. Уның һуғыш һәм хеҙмәт ҡаһарманлығы һис онотолмай.

Һылтанмалар

  • К. Я. Яйыҡбаев. Мәғрифәтсе мөғәллимдар, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре.