Жале (зыярат)
Жале | |
Нигеҙләү датаһы | 1906 |
---|---|
Дәүләт | Словения[1] |
Административ-территориаль берәмек | Любляна[d] |
Архитектор | Йоже Плечник[d] һәм Edvard Ravnikar[d] |
Мираҫ статусы | Словенияла милли әһәмиәтендәге ҡомартҡы[d][2] һәм Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] |
Количество похороненных | 150 000 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные на кладбище Жале[d] |
Жале Викимилектә |
Жале үҙәк зыяраты (слов.Žale Centralno pokopališče) — Любляналағы иң ҙур ҡала зыяраты
Үҙәктән төньяҡҡа ҡарай Бежиград ҡала районында урынлашҡан. 1906 йылда асылған. 1946 йылға тиклем изге Криж зыяраты тип атала, шунан һуң боронғо славян телендә зыярат (слов. grobišče, pokopališče) тигән һүҙҙе аңлатҡан хәҙерге исемен ала.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуат башында зыярат төҙөү тарихы изге Криштоф ҡала зыяратында урын етмәү менән бәйле, сөнки унда ерләүҙәр 120 йыл дауамында башҡарылған. 1901 йылда властар кисекмәҫтән зыярат өсөн урын эҙләй башлау бурысын ҡуя. 115 км² майҙанлы яңы зыяратты төҙөү Любляна ҡалаһынан төньяҡтараҡ яланда 1905 йылда архитектор Фердинанд Трумлер етәкселеге аҫтында башлана. 1906 йылда беренсе ерләүҙәр изге Криж сиркәү янында башлана. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында бында католицизм динен тотҡан яҡынса 6 мең һәләк булған һалдат ерләнә. 1923 йылдан бында йәһүдтәрҙе һәм мосолмандарҙы ерләй башлайҙар. 1927 йылда зыяратты төньяҡ йүнәлешендә 70 км² киңәйтәләр[3].
Икенсе донъя һуғышына тиклем зыяратта словен архитекторы Й. Плечник проекты буйынса эштәр башҡарыла, улар араһында үлгәндәр менән хушлашыу өсөн инүе порталы була. 1970 һәм 1980 йылдарҙа зыярат ҙурайтыла. XXI быуат башында зыяраттың ҙур өлөшө урындағы әһәмиәттәге мәҙәниәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителә; Жале Плечниково исемен йөрөткән өлөшө — милли әһәмиәттәге ҡомартҡы була[4].
2004 йылда барыһы 150 меңдән ашыу ҡәбер була. 2006 йылда зыяраттың майҙаны 375 км² тәшкил итә. Ҡәберлектә Словенияның ике меңгә яҡын атаҡлы гражданы, шул иҫәптән, уға нигеҙ һалыусыларҙың береһе — Плечник Йоже ята.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ (unspecified title) — Ministry of Culture of Slovenia.
- ↑ Пишкур, Милена. Ljubljanske Žale: vodnik po pokopališču. — Любляна: Дружина, 2004. — С. 7—11.
- ↑ Register nepremične kulturne dediščine . // giskd2s.situla.org. Дата обращения: 2013-7-28.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Жале (зыярат) Викимилектә |
- Официальный сайт
- 360-градусные панорамы кладбища www.burger.si