[go: nahoru, domu]

Эстәлеккә күсергә

Магнитлы таҫма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Магнитлы таҫма
Рәсем
Производная работа компакт-кассета[d] һәм Карта с магнитной полосой[d]
ACM коды (2012) 10003156
 Магнитлы таҫма Викимилектә
Катушка магнитной ленты для накопителя ЭВМ

Магни́тлы таҫма — йоҡа ғына магнит ҡатламы менән ҡапланған һығылмалы таҫма рәүешендәге мәғлүмәт йөрөтөүсе. Магнит таҫмаһында мәғлүмәт магнит яҙмаһы менән фиксациялана.

Тауыш һәм видеоны магнит таҫмаһына яҙҙырыу ҡоролмалары магнитофон һәм видеомагнитофон тип атала. Магнит таҫмаһында компьютер мәғлүмәттәрен һаҡлаусы ҡоролма — стример.

Магнит таҫмаһы мәғлүмәт тапшырыу һәм яҙҙырыу эшендә революция яһаны. Телевидение һәм радио тапшырыуҙарҙы тура эфирҙа биреү урынына программаларҙы алдан яҙып алып, һуңынан күрһәтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Тәүге күп юллы магнитофондар төрлө сығанаҡтарҙан бер нисә юлға яҙҙырыу , һуңынан уларҙы бергә яҙҙырып, кәрәкле эффекттарҙы өҫтәп, һуңғы яҙманы эшләргә мөмкинлеген бирҙе. Компьютер техникаһы үҫешенә мәғлүмәтте оҙаҡ ваҡыт һаҡлап, тиҙ генә кәрәк саҡта алыу мөмкинлеге тәьҫир яһаны.

1970—1980- сы йылдарҙа етештерелгән ҡайһы бер магнит таҫмалары деградациялай. Таҫманы тотоп торған матдә тарҡалыу сәбәпле уны ары ҡулланып булмай[1].

  1. Magnetic Materials // MEMORY OF THE WORLD: Safeguarding the Documentary Heritage. A guide to Standards, Recommended Practices and Reference Literature Related to the Preservation of Documents of All Kinds. — UNESCO, 1998. — ISBN CII.98/WS/4.
  • Брагинский Г. И., Тимофеев Е. Н. Технология магнитных лент. — М.: «Химия», 1987, ISBN 5-7245-0055-8
  • Мазо Я. А. Магнитная лента. — М.: Энергия, 1975