[go: nahoru, domu]

Эстәлеккә күсергә

Янардағ (тау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Янардағ
Рәсем
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Апшеронский район[d]
Карта
 Янардағ Викимилектә

Янардағ (әзерб. Yanar Dağ, янар тау) — тәбиғи мәңгелек ут, Әзербайжандағы бер уба итәгенән боронғо замандарҙан алып янып тора.

Янардаг - Янартау. Әзербайжан. Башҡортостандан килгән делегация уны тамаша ҡыла. 2001

Ун метр тирәһендәге оҙонлоҡтағы һыҙаттан бер метр тирәһенә күтәрелеп ялҡын сығып тора. Янардағ — Баҡы ҡалаһынан йыраҡ түгел, 25 км самаһы алыҫлыҡта Каспий диңгеҙе менән Апшерон ярымутрауы (әз. Абшерон) йүнәлешендәге эзбизташлы уба. Бөгөн донъяла газдың тәбиғи рәүештә сығып янып торған һирәк урындарҙың береһе, уларҙың күбеһе Әзербайжанда. Янардағтың мәңгелек уты Апшерон ярымутарауы ере аҫтындағы газ ятҡылығынан сығып яна. Ул боронғо замандарҙа уҡ яна башлаған. Был хаҡта Марко Поло һәм Александр Дюма мәғлүмәт ҡалдырған. Ҡараңғы ваҡытта ул алыҫтан балҡып күренеп тора. Ямғыр, ҡар яуғанда ла, көслө елдән дә һүнмәй. Бында Ирандан һәм Һиндостандан утҡа табыныусылар (зороастризм) килеүсән.

Янардағтан алыҫ түгел утҡа табыныусыларҙың боронғо ҡәлғәһе лә бар. Унда ла тәбиғи рәүештә ут сығып тора, утты бик матурлап таштар һалып эшләгәндәр.

Башҡортостанда ла янар тау — Янғантау бар. Уның боронғонан ҡайнарлығы кәмей бара тиҙәр. Шифалы быуы кешеләргә дауа бирә, шуға күрә унда шифахана төҙөлгән.[1]

  • Янар тау — Австралиялағы тау.
  • Янар тауҙар — Рәсәйҙә Амур өлкәһендә төтәп торған ташкүмер тауҙары.
  • Химера (тау) — Төркиәләге янар тау, тәбиғи ер аҫты газы факелдары.
  • Янғантау (башҡ. Янғантау — «янып торған тау») — Рәсәй, Башҡортостандағы тау.